+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Август 2020, 18:35

Ҡатын да, егет тә шунда уҡ йән бирә...

ЮХХДИ йәнә бер ҡат иҫкәртә

Бөгөн 22 августа, төндә Мәләүез районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы була. Өфө - Ырымбур автомобиль юлының 176-сы километрында Бөрө ҡалаһынан MAN йөк машинаһының 36 йәшлек водителе 62 йәшлек йәйәүлене бәрҙерә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло кеше алған тән йәрәхәттәренән урында уҡ йән биргән. Ҡатындың юл аша рөхсәт ителмәгән урындан сыҡҡаны, ҡараңғы ваҡытта кейемендә яҡтыртҡыстарҙың булмағаны асыҡланған. Әле авария сәбәптәре тикшерелә.
Бөгөн иртә менән Әлшәй районында ла ошоға оҡшаш аяныслы авария теркәлгән. Был юлы 16 йәшлек егетте "Рено Меген" рулендәге 25 йәшлек водитель бәрҙерә. Йәйәүле шунда уҡ йән бирә. Водителдең иҫерек булғаны асыҡланған. Ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара, уның сәбәптәре асыҡлана.
ЮХХДИ йәнә бер ҡат иҫкәртә: ҡараңғы ваҡытта водителдәргә - яҡтыртҡыс жилетта булыу, йәйәүлеләрҙең кейемдәренә йә иһә сумкаларына яҡтыртҡыс элементтар ҡуйыуы мотлаҡ. Юлға ҡапыл килеп сыҡҡан йәйәүлене водителдең аңғармауы ла ихтимал. Төндә юл ситенән йөрөгән йәйәүлеләр был ҡағиҙәнең мотлаҡ икәнен онотмаһын ине.
Фото "Горобзор" сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: