+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2020, 11:40

Радий Хәбиров эш сәфәре менән Күмертау һәм Көйөргәҙе районында

Башҡортостанда еңел авиацияны үҫтереү мөмкинлектәре ҡарала.

Башҡортостанда еңел авиацияны үҫтереү мөмкинлектәре ҡарала. Был турала Республика башлығы бөгөн Кумертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Бынан тыш, газ һәм нефть компаниялары өсөн заманса ҡоролмалар етештергән, техник хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнгән «Көньяҡ Урал-ойл» предприятиеһына ла дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк.
Күк йөҙөн яулап Башҡортостанда ғына түгел, тотош донъяла танылған төбәк. Бында вертолеттар йыйыу менән шөғөлләнгән тарихи Кумертау предприятиеһынан тыш һуңғы йылдарҙа «Роторфлай» компанияһы ла эшләп килә, тик әле ул ябылыу алдында.
Предприятиеның осоу-һынау комплексы Көйөргәҙе районының Холмогор ауылы янында урынлашҡан. Радий Хәбиров базаны, вертолет моделдәрен ҡарап сыҡҡандан һуң проблеманы хәл итеү мөмкинлектәре барланасаҡ тип белдерҙе. Ошонда уҡ Башҡортостанда еңел авиацияны һәм парашют спортын үҫтереүгә арналған кәңәшмә лә уҙҙы. Республикала индустриаль парк төҙөлә һәм унда еңел авиацияға айырым урын бирелгән, тине Радий Фәрит улы.
Дәүләт ярҙамы «Көнъяҡ Урал ойл» предприятиеһына ла күрһәтеләсәк. Был компания нефть һәм газ компаниялары өсөн ҡоролмалар етештерә, техник хеҙмәтләндереү, ремонт эшен алып бара. Заказдар тулыһынса тиерлек сит төбәктәрҙән килә. Әммә пандемия менән бәйле ихтыяж бөтөнләй кәмей. Радий Хәбиров хужаларҙы инвестиция сәғәтенә саҡырҙы һәм республика предприятиелары менән хеҙмәттәшлек булдырыу кәрәклеген белдерҙе.
Ә бына «Газпром» акционерҙар йәмғиәтендә яңырыу осоро күҙәтелә. Ҡансура-Муса участкаһында ер аҫты газ һаҡлағысы төҙөкләндерелә. Зәңгәр яғыулыҡты ер ҡуйынында туплап кәрәкле мәлдә ҡулланыу мөмкинлеге Рәсәйҙең егермегә яҡын төбәгендә генә бар, Башҡортостанда ул Көйөргәҙе районында урынлашҡан һәм илдә иң ҙурҙарҙың береһе иҫәпләнә. Яңы пункт газ туплау күләмен тағы ла арттырасаҡ
Тармаҡты үҫтереү мөмкинлектәре ошонда уҡ уҙғарылған «Сәнәғәт сәғәте»ндә лә ҡаралды. Радий Хәбиров газды тәрән эшкәртеүгә иғтибарҙы арттырыу бурысын ҡуйҙы.
Яңырыу сәнәғәт предприятиеларында ғына түгел, социаль тармаҡта ла бара. Әле Бөгөлсән урта мәктәбе ремонтлана, белем усағында эргә-тирә ауылдарҙан йөҙҙән ашыу бала уҡый. Мәғариф учреждениеһын төҙөкләндерергә Республика башлығы үткән эш сәфәре барышында ҡушҡайны.
Ремонттан тыш, тағы бер яҡшы яңылыҡ- Радий Хәбиров мәктәпкә көрәш келәме тапшырыласаҡ, ә белгес «Ауыл тренеры» программаһына ярашлы йәлеп ителсәк тип белдерҙе. Белем усағы ремонт проектына елләтеү системаһын һәм ихатаны төҙөкләндереүҙе лә индермәгән, был мәсьәлә лә хәл ителер тип көтөлә.
Радий Хәбиров Кумертауҙың Окружная урамында йәшәүселәр менән дә осрашты. Улар ихаталарҙы тәртипкә килтереүҙе һорай.
Республика башлығы ихатаны киләһе йыл төҙөкләндереү бурысын ҡуйҙы. Ремонт эштәре Башҡортостан ихаталары программаһы сиктәрендә алып барыласаҡ. Бында спорт, уйын майҙансыҡтары, автомобилдәр ҡуйыу урындары эшләү күҙаллана.
Рәмзиә Кәримова.
Читайте нас: