-8 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
31 Августа 2020, 15:25

Йәмәғәт транспорты сифатлы һәм һәйбәт булырға тейеш

Сентябрь башында «Башавтотранс»ҡа тағы 50 «Вектор NEXT» автобусы һатып алына.

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы филиалдарына алынған яңы автобус асҡыстарын тапшырыу барышында ошо турала белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, республика хөкүмәте «Башавтотранс»ты үҫтерергә булышырға, яңы автобустар һатып алырға, «Башавтотранс»ты Рәсәйҙең иң яҡшы транспорт компанияһына әүерелдерергә хәл итте.
Республика етәксеһе транспорт хеҙмәткәрҙәренә һәйбәт, яйға һалынған эш өсөн рәхмәт әйтте һәм яңы уҡыу йылы алдынан яңы машиналарҙы ҡала маршруттарына тиҙерәк сығарыуҙарын һораны.
«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Надир Самиев хәбәр итеүенсә, автопаркты тулыландырыу маршруттарҙа машиналар араһындағы интервалдарҙы кәметергә һәм пассажирҙар өсөн уңайлыҡты арттырырға мөмкинлек бирә.
Навигация системалары, кондиционерҙар һәм заманса хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән 50 «Вектор NEXT» машинаһынан торған партия Өфөнөң йәнле маршруттарына сыға.
2020 йылда республика властары дөйөм суммаһы 1,3 миллиард һумлыҡ 245 автобус һатып алды. 2019 йылда республиканың төп ташыусыһы автопаркын суммаһы 1,6 миллиард һумдан ашыулыҡ 478 автобус тулыландырҙы. Сентябрь башында «Башавтотранс»ҡа тағы 50 «Вектор NEXT» автобусы һатып алына.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в