-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 00:10

Республикала тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороуҙың 32 осрағы асыҡланған

Бөтәһе 7795 COVID-19 осрағы раҫланған

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус менән сирләүҙең 32 яңы осрағы асыҡланған, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Пандемия башланғандан алып төбәктә бөтәһе 7795 COVID-19 осрағы раҫланған.
Бөгөнгә стационарҙа яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләгән 68 пациент бар, уларҙың туғыҙы – ауыр хәлдә. Амбулатор шарттарҙа 802 кеше дауалана.
«Тәүлек эсендә бер пациент һауығып сыҡҡан, пандемия башланғандан алып 6896 кеше һауыҡҡан, — тип белдерҙеләр ведомствола. — Коронавирустан вафат булыуҙың яңы осраҡтары теркәлмәгән. Мәрхүмдәр һаны элеккесә 29 кеше тәшкил итә».
Башҡортостанда дауахананан тыш пневмония менән ауырыусылар һаны бер тәүлектә 69 кеше тәшкил иткән. Һәм, киреһенсә, 78 пациент дауахананан сыҡҡан.
Галина Бахшиева
Читайте нас: