+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2020, 13:15

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Ҡырау төшөүен фаразлай

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 2 сентябрҙә төндә яуым-төшөм фаразланмай, көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә, урыны менән йәшен, көньяҡта яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртеп талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17 градус, төньяҡта +7-гә тиклем, көндөҙ +17, +22 градус, республиканың көньяғында +25, +30 градус.
3 сентябрҙә, кесаҙна, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +3,+8 градус. Синоптиктар урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0,-2-гә тиклем ҡырау төшөүен фаразлай, көндөҙ +13, +18 градус.
Йома, 4 сентябрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Урыны менән шулай уҡ һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0,-2-гә тиклем ҡырау төшөүе фаразлана, температура көндөҙ +13, +18 градус, төндә +3,+8 градус.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: