-28 °С
Ясно
Антитеррор
Все новости
Новости
8 Сентября 2020, 02:40

300-ҙән ашыу уҡыусы өйҙән тороп уҡыуға күсте

COVID-19 менән сирләү осраҡтары теркәлгән

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы йоҡторған 323 уҡыусы өйҙән тороп уҡыуға күсте. COVID-19 менән сирләү осраҡтары Ишембай, Мәләүез һәм Иглин райондарында теркәлгән, тип хәбәр итте мәғариф министры Айбулат Хажин.
«Һәр осраҡта алгоритм буйынса эш ителә. Ике сәғәт эсендә Роспотребнадзорҙың территориаль идаралығына һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына мәғлүмәт ебәрелә. Бәйләнештә булғандар, шул иҫәптән уҡытыусы (кәрәк булһа) дистанцион режимға күсә. Мәктәпкәсә учреждениелар менән дә шулай уҡ», — тине Башҡортостандың Мәғариф министрлығы етәксеһе.
Республика башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ул яңы уҡыу йылы башланыу менән уҡыусылар күберәк ауырыр тип көткән. Етәксе фекеренсә, грипҡа ҡаршы вакцинацияны пропагандалау көсәйтелергә тейеш.
«Беҙҙә күп етәкселәр һәм башлыҡтар сирләй. Берәүһе ауыр хәлдә. Ә был аҙнаны беҙ «көтөлмәгәнсә» үттек», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, республика 2020 йылдың аҙағына тиклем грипҡа ҡаршы вакцина менән тәьмин ителгән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в