+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 12:45

Республика мәктәптәрендә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов кластары ойошторолдо

Уҡыусылар ҡаҙаныштары өсөн «Йәш шайморатовсы» билдәһе менән бүләкләнә

Башҡортостандың дөйөм белем биреү мәктәптәрендә Рәсәй Федерацияһы Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар ойошторолдо. Республика хөкүмәтенең тейешле бойороғо хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Кластар Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында, Өфөнөң 44-се һәм 162-се полилингваль күп профилле мәктәптәрендә асылды. Был мәктәптәрҙә Шайморатовҡа арналған кабинет-музейҙар була. Шайморатов кластарында уҡыусыларға берҙәм мәктәп формаһы индереү планлаштырыла, уҡыусылар ҡаҙаныштары өсөн «Йәш шайморатовсы» билдәһе менән бүләкләнә.
Шайморатов исемендәге кластарға уҡыусылар ҡабул итеү, юл картаһына ярашлы, 2020 йылдың авгусында ғәмәлгә ашырылды. Бындай кластарҙың уҡытыусылары өсөн профессиональ тренингтар үткәрелә. «Шайморатовсылар»ға ҡабул итеү тантанаһын 11 октябрҙә, Республика көнөндә, ойоштороу планлаштырыла.
Кластарҙы ойоштороу мәсьәләләре менән Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов етәкселегендәге ведомство-ара төркөм шөғөлләнә. Шайморатов кластарын булдырыу буйынса сараларҙың тулы исемлеге бында.
Ләйлә Аралбаева
Теги: хәтер
Читайте нас: