-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 15:55

Республикала йәшәү минимумының уртаса күләме 10 015 һум

Халыҡтың төп социаль-демографик төркөмдәре өсөн йәшәү минимумы түбәндәгесә билдәләнде

Башҡортостанда 2020 йылдың II кварталы өсөн йәшәү минимумының уртаса күләме раҫланды. Республика хөкүмәте ҡарарына ярашлы, йән башына йәшәү минимумының уртаса күләме — 10 015 һум.
Халыҡтың төп социаль-демографик төркөмдәре өсөн йәшәү минимумы түбәндәгесә билдәләнде: эшкә һәләтле халыҡҡа — 10 641 һум, пенсионерҙарға — 8 155 һум, балаларға — 10 077 һум.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәшәү минимумы дәүмәле квартал һайын ҡулланыу кәрзи­не һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте республика буйынса территориаль органының аҙыҡ-түлеккә, башҡа тауарҙарға, хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары кимәле тураһындағы мәғлүмәттәре нигеҙендә билдәләнә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: