«Башинформ»
хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда бер ғаилә бәшмәк менән ағыуланған. Кис көнө атай, уның ике бәләкәй балаһы бәшмәк ашаған. Иртән 6 йәшлек ҡыҙыҡай үле килеш табылған, уның 28 йәшлек атаһы һәм 2 йәшлек ҡустыһы дауаханаға оҙатылған. Тәфтишселәр 10 августа ғаилә башлығының ауыл ситендә үҫкән бәшмәкте йыйыуын асыҡлаған.