+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2020, 21:35

Ҡойма ямғырҙар, епшек ҡар һәм боҙлауыҡ

Һауа торошо боҙола

Башҡортостанда ял көндәрендә һауа шарттарының төрлөс булыуы көтөлә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе, 19 сентябрҙә, ҡыҫҡа ваҡытлы йылы һаҡлана, ләкин көндөң икенсе яртыһында ел көсәйә, көнбайыш райондарҙа ямғырҙар башлана.
Көньяҡ Урал өҫтөндә өйөрөлгән циклоник дауыл арҡаһында йәкшәмбе, 20 сентябрҙә, һауа торошо бөтөнләй боҙола. Тотош республикала ямғыр яуа башлай. Һауа температураһы көндөҙ +7,+12 градустан юғары күтәрелмәй.
«Ошо циклондың артҡы өлөштә арктик һауа килә, шуға күрә киләһе аҙнаның башында төндә һәм иртәнурыны менән епшек ҡар яуыуы, юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ булыуы ихтимал», — тип хәбәр итте синоптиктар.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: