+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2020, 18:35

Үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштырған

Ҡатын исеменә төрлө банктарҙан 600 мең һумлыҡ кредит алынған.

Белорет районында йәшәгән ҡатын өс банкка 600 мең һум тирәһе һумға бурыслы булып ҡалған, тик ул аҡсаларҙы үҙе генә күрмәгән...
40 йәшлек ҡатын һөйләүенсә, бер көн алдан уға таныш түгел кеше шылтырата һәм, үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштырып, уның исеменән кредит алырға маташыуҙары тураһында хәбәр итә.
"Кредит алырға бер ниндәй банкка ла мөрәжәғәт иткәнем юҡ" тигән яуапты ишеткәс, шылтыратыусы ул ғаризаны кире ҡағырға кәрәклеген аңлата - ә бының өсөн ҡатындың паспорт мәғлүмәттәре кәрәк. Ышанмаҫ ерҙән ышанырһың бындай осраҡта - ҡатын да үҙе тураһында мәғлүмәт кенә биреп ҡалмай, һәр бер банк картаһының номерҙарын да әйтеп бирә.

Ә һөҙөмтә шундай күңелһеҙ: ҡатын исеменә төрлө банктарҙан 600 мең һумлыҡ кредит алынған.
Бының ише мутлыҡ осраҡтары бик йыш ҡабатланып тороуға, улар хаҡында даими иҫкәртеүҙәренә ҡарамаҫтан, алданыусылар кәмемәй. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: банк хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла телефон аша шылтыратып, кешенең карта иҫәбен, пароль кеүек мәғлүмәттәрҙе һорамай.

Фото: news.myseldon.com
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: