+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 11:35

Һалдат тыуған еренә ҡайтты

Тула өлкәһендә табылған һалдаттың һөйәктәрен ҡайтанан ерләнеләр.

Дүртөйлө районында Тула өлкәһендә табылған һалдаттың һөйәктәрен ҡайтанан ерләнеләр.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Фазылғаян Хажиәхмәт улы Әхмәтов Тула өлкәһе ерҙәрендә фашистарға ҡаршы геройҙарса алышҡан. 1942 йылда, дошман Мәскәүгә яҡынлашҡан ваҡытта, был ерҙәрҙә оборона һыҙыҡтарының береһе үтә. Ҡаты алыштар барған, немецтар Мәскәүҙе көньяҡтан урап, баҫып алырға маташҡан.
Тыуған илдең тоғро һаҡсыһына хөрмәт күрһәтеүгә арналған митингыға район халҡы, мәктәп уҡыусылары, фронтовиктың туғандары йыйылды. Улар араһында ейәне Әхмәтов Мөнир Хәмзә улы ла бар ине. Акцияла ҡатнашыусылар бер минут тынлыҡ менән геройҙы иҫкә алды һәм һалдаттың һөйәктәрен, ниһайәт, тыуған ерендә ерләргә тигән изге маҡсат менән урындағы зыяратҡа юлландылар.
Тула өлкәһенең Арсеньевск районында "Славный" эҙәрмәндәр отряды 34 хәрбиҙең һөлдәһен табыуға өлгәшкән, улар араһында Тәкәрлек ауыл советы кешеһе - беҙҙең яҡташыбыҙ ҙа булған. Һалдаттың шәхесен "Батырлыҡ өсөн" миҙалы ярҙамында асыҡлағандар - унда шәхси номер баҫылған булған.

Рәсәй Оборона министрлығы Үҙәк архивы белешмәһендә билдәләнеүенсә, ҡыҙылармеецҡа был миҙал 1942 йылдың 18 ноябрендә бирелгән.

"Ҡыҙыл Армия сафында 1942 йылдың 8 ғинуарынан. Дүртөйлө хәрби комиссариаты тарафынан хеҙмәткә алынған. 1942 йылдың 17 октябрендә Мценск ҡалаһынан алыҫ түгел бейеклеккә фашистар һөжүм иткәндә, Әхмәтов иптәш хәрби һаҡта торған. Немецтар траншеяға бәреп ингәс тә, ул посын ташламай, үҙ ғүмерен аямайынса, винтовканан ут асып, гранаталар, штык ярҙамында 9 фашисты юҡ итә..." - тип яҙылған 283-сө дивизияның 860-сы уҡсы полкы етәкселеге тарафынан яҡташыбыҙға бирелгән маҡтау ҡағыҙында.

Нисәмә тиҫтә йылдарҙан һуң тыуған еренә әйләнеп ҡайтҡан герой яҡташыбыҙҙың рухы, ниһайәт, тыныслыҡ табыр, тип ышанабыҙ.
Фото: "Башинформ".
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: