+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 18:50

Алименттар – балаларға, сит илгә сығыу хоҡуғы – атайға

Сит илгә сығыу хоҡуғын сикләгәс кенә, бурысын тиҙ рәүештә ҡаплай.

Өфө районы суд приставтары ир-кешене сит илгә сығыу хоҡуғында сикләгәс кенә, ул балиғ булмаған балалары һәм ҡатыны файҙаһына булған алимент бурысын тиҙ рәүештә ҡаплай.
Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Өфө районы суд приставтары бүлексәһендә 31-йәшлек ир-кешегә ҡарата өс башҡарма эш ҡуҙғалтылған. Суд ҡарары буйынса ул 4 hәм 2 йәшлек ике балаhына һәм декретта ултырған ҡатынына алимент түләргэ тейешле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ир-кеше бурыстарын түләүҙе онотоп, ғәҙәти тормош алып барыуын дауам итә.
Суд приставтар башҡарыу эштәре барышында, бурыслының киләсәктә сит илгә ялға йыйынғанын асыҡлай. Бөтә мәжбүри саралар комлексын ҡулланыу барышында суд приставтары ир-кешене сит илгә сығыу хоҡуғында сикләй. Һөҙөмтә булараҡ, алимент түләүсе ир тиҙҙән бурысын тулыhынса ҡаплай.
Асыҡланыуынса, гражданин, яңынан өйләнеп, туй сәйәхәтенә китергә йыйынған булған, күрәhең шуға ул тупланған бурысын түләргә мәжбүр булды. Суд приставтары бурыс ҡапланыуға ҡарамаҫтан, был башҡарма эштәре сиктәрендә үҙ эшен дауам итә.
Читайте нас: