+1 °С
Ясна
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 11:40
Ҡырау төшөүе һәм «әбейҙәр сыуағы» көтөлә
Башҡортостанда тупраҡта һәм һауала ҡырау көтөлә.Кесаҙна, 24 сентябрҙә, башлыса яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.Һауа температураһы төндә 0-5 градус, урыны менән 0,-3 градусҡа тиклем түбәнәйеп, һауала һәм тупраҡта ҡырау төшөүе мөмкин.Көндөҙ һауа 10-15 градусҡаса йылына.Йома, 25 сентябрҙә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Көндөҙ 17 градусҡа тиклем йылыта.Башгидромет хәбәр итеүенсә, оҙаҡҡа һуҙылған һалҡын һәм ямғырлы көндәрҙән һуң 24 сентябрҙән һауа шарттары яҡшыра башлай. Рәсәйҙең Европа өлөшөнә һәм Уралға ҡеүәтле антициклон килә, шуға болоттар таралып, ҡоро көндәр башлана.Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республикала йылы «әбейҙәр сыуағы» сентябрь аҙағына тиклем һаҡлана. https://www.bashinform.ru/news/1497280-v-bashkirii-ozhidayutsya-zamorozki-do-minus-trekh-gradusov/ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығыТеги: һауа торошо
Башҡортостанда тупраҡта һәм һауала ҡырау көтөлә.
Кесаҙна, 24 сентябрҙә, башлыса яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Һауа температураһы төндә 0-5 градус, урыны менән 0,-3 градусҡа тиклем түбәнәйеп, һауала һәм тупраҡта ҡырау төшөүе мөмкин.
Көндөҙ һауа 10-15 градусҡаса йылына.
Йома, 25 сентябрҙә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Көндөҙ 17 градусҡа тиклем йылыта.
Башгидромет хәбәр итеүенсә, оҙаҡҡа һуҙылған һалҡын һәм ямғырлы көндәрҙән һуң 24 сентябрҙән һауа шарттары яҡшыра башлай. Рәсәйҙең Европа өлөшөнә һәм Уралға ҡеүәтле антициклон килә, шуға болоттар таралып, ҡоро көндәр башлана.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республикала йылы «әбейҙәр сыуағы» сентябрь аҙағына тиклем һаҡлана.
https://
www.bashinform.ru/news/1497280-v-bashkirii-ozhidayutsya-zamorozki-do-minus-trekh-gradusov/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
һауа торошо
Читайте нас: