-10 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
24 Сентября 2020, 19:25

Ғафури төбәге телһөйәрҙәрҙе йыйҙы

Ул Башҡорт теле йылына арнала.

Бөгөн Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы асылды. Ул Башҡорт теле йылына арнала.
Оло форум Башҡортостан Хөкүмәте, республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан ойошторола.
Сараның маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу, уны Рәсәй төбәктәрендә һәм Башҡортостанда уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү.
Унда башҡорт теле һәм әҙәбитәте уҡытыусылары, район һәм ҡала мәғариф идаралыҡтарының туған телдәр өсөн яуаплы белгестәре һәм методистары, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” төбәк-ара конкурсы еңеүселәре (һуңғы ун йылдағы), мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, ғөмүмән, 250 тирәһе кеше ҡатнаша.
– Әлеге форум башҡорт теле, әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең көнүҙәк мәсьәләләрен күтәреү, киләсәккә пландар билдәләү йәһәтенән ныҡ отошло, – тине сарала ҡатнашыусыларҙы республика етәкселеге исеменән сәләмләп, Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров. – Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө сара - тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла. Һөйләшеүҙең нәҡ Башҡортостан Республикаһы көнө, Уҡытыусылар көнө алдынан уҙыуы оло мәғәнәгә эйә.
Фәнүр Мөхәррәм улы билдәләүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Мәғариф сәғәте”ндә мөһим мәсьәләләр тикшерелә. Ғөмүмән, республика етәкселеге мәғариф тармағына көслө иғтибар бүлә. 2019 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй I съезы үтте, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ассоциацияһы уңышлы эшләй.
– Сара тамамланып, тыуған яҡтарығыҙҙа ҡайтҡас, ошонда алған бай тәьҫораттар, яңы фекерҙәр һәм башланғыстар һеҙгә тағы ла дәртләнеп эшләргә көс бирһен, - тине сығышында Премьер-министры урынбаҫары.
#Башҡорттеле2020
#БашҡорттелеФорум
#ФорумБашкирскогоязыка
#Башкирскийязык2020
#Телебеҙҙеһаҡлайыҡ

Автор фотоһы.
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас в