+22 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
24 Сентября 2020, 18:45
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында 36-сы кешенең коронавирустан вафат булыуын белдерҙеләр
Эпидемия башланғандан алып 8 556 кеше сирләгән.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан коронавирус инфекцияһы эҙемтәләренән вафат булған тағы бер кеше тураһында хәбәр иттеләр.
Шулай итеп, хәҙер республикала 36 кеше COVID-19-ҙан үлгән тип иҫәпләнә.
Уҙған тәүлектә төбәктә коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 35 осрағы асыҡланған. Эпидемия башланғандан алып 8 556 кеше сирләгән.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 53 пациент республика стационарҙарында ята, уларҙың берәүһе – ауыр хәлдә. Ә 515 сирле өй шарттарында дауалана. Бер тәүлектә 48 кеше һауыҡҡан.
Тәүлек эсендә Башҡортостанда 110 кешегә «дауахананан тыш пневмония» диагнозы ҡуйылған. Дауаланғандан һуң 88 кеше сығарылған.
https://
www.bashinform.ru/news/1498241-v-minzdrave-bashkirii-soobshchili-ot-36-m-pogibshem-ot-koronavirusa-/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
коронавирус
Читайте нас в