-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2020, 14:05

Бында – рух та, хис тә, наҙ ҙа, һөйөү ҙә...

Лариса Абдуллинаның “Аҫабалар рухы” исемле яңы китабы донъя күрҙе

Билдәле шағирә, Шәһит Хоҙайбирҙин, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Лариса Абдуллинаның “Аҫабалар рухы” исемле яңы китабы донъя күрҙе.

Хәҙер уның ижадын үҙ иткәндәр, интернет селтәрендә һәр шиғырын көтөп алғандар Лариса Абдуллинаның һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙарын, поэмаларын бер йыйынтыҡта уҡый ала.

Лариса Абдуллина – илһөйәр шағирә, был уның ижадында ла асыҡ сағыла. “Аҫабалар рухы” китабы “Атҡа менһен әле был халыҡ” бүлеге менән башланып китә, бында “Урал төҫө”, “Азат ил”, “Һөйәнтөҫ хәтере” һәм башҡа рухлы шиғырҙар тупланған.

“Сәскә атыр әле сирендәр”, “Ҡоштар теленә күсер был йырҙар” бүлектәрендә лирикаға урын бирелгән, бында – хис, наҙ, һөйөү...

Йыйынтыҡ “Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ” исемле бүлек менән юғары нотала тамамлана. Тап ошо шиғыр халыҡтың рухын күтәреүсе әҙәбиәт өлгөһөнә әүерелде тиһәк, һис яңылышлыҡ булмаҫ.

Лариса Абдуллинаның “Аҫабалар рухы” китабын “Китап” магазины кәштәләрендә эҙләгеҙ.

Автор коллажы.

Автор: Айгөл Йәмилева
Читайте нас: