+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2020, 13:40

Яңы йылдан пенсия арта

Владимир Путин яңы йылдан пенсияның артыуы тураһында белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, 2021 йылда Рәсәй пенсионерҙарына түләү 6,3 процентҡа индексациялана. Ошо хаҡта Президент бөгөн Кремлдә сенаторҙар менән осрашыуҙа әйтте.
«Был 2021 йылда фаразланған инфляциянан 1,5 тапҡырҙан ашыуға күберәк», — тип Владимир Путиндың һүҙҙәрен килтерә «Российская газета».
Бынан алда Хеҙмәт министрлығынан киләһе йылда эшләмәгән пенсионерҙарҙың уртаса йыллыҡ пенсия күләме 17 443 тәшкил итәсәген хәбәр иттеләр.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: