Кисә-бөгөн Ғафури районындағы “Красноусол” шифаханаһы шаулап-гөрләп тора, сөнки бында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты иғлан иткән Башҡорт теле йылына арналған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы бара.
Әле “Башҡорт теле – балаларға!”, “Башҡорт телен өйрәнеүҙәге яңылыҡтар һәм уны уҡытыуҙы методик йәһәттән камиллаштырыу”, “Мәғариф системаһында Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен үҫтереү перспективаһы”, “Башҡорт теле һөнәри белем биреү системаһында: уның хәл-торошо һәм киләсәге” тигән һәм башҡа майҙансыҡтар эшләй.
Шул майҙансыҡтарҙың береһендә ҡатнашҡан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Фархшатова менән әңгәмәләшәбеҙ.
– Башҡорт теленә иғтибарҙың артыуына, уның үҫешеүенә уңайлы шарттар булдырылыуына ҡыуанам, – тип һөйләй Яңауыл ҡалаһындағы 1-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Әнүәр ҡыҙы. – Был белем усағында ҡыҙҙар һәм малайҙар башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: уларҙың һәр береһендә башҡорт телен өйрәнеүгә ынтылышты күрәм, үҙ сиратында, уңыштар бихисап. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен аҙнаһына 25 сәғәт уҡытам, 1-9-сы кластарҙағы балаларҙың дәрескә теләп йөрөүе, әүҙем ҡатнашып ултырыуы эшемдең һөҙөмтәһен күрһәтә.
Әлфиә Фархшатова билдәләүенсә, Яңауыл районында ҡатнаш ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙар күп. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙа башҡорт теленә һөйөү һүнмәгән, киреһенсә, көсәйә бара. Мәҫәлән, Анастасия Вәлиеваның атаһы мари милләтенән, әсәһе – башҡорт. Был ҡыҙ башҡорт телен ҙур теләк менән өйрәнә, дәрестәргә һәр ваҡыт әҙерлекле килә. Төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай.
– Анастасиянан тыш, Александр Рәхимов, Виктор Котов, Максим Ямалетдинов та башҡорт телен теләп өйрәнә, – тип дауам итә һүҙен әңгәмәсем. – Ҡатнаш ғаиләләрҙәге балалар өсөн мин дәресте сағыштырыу алымын иркен ҡулланып үткәрәм. Тәүҙә һүҙҙәрҙе русса әйттерәм, унан инде уның тәржемәһен өйрәнәбеҙ. Башҡорт алфавитындағы үҙенсәлекле туғыҙ хәреф булған һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлайбыҙ. Ғәжәп, балалар тиҙ отоп ала. “Мин!” тип яуап биреүселәрҙе күреп шатланам, балаларҙы маҡтайым. Бына ошо Анастасия, Виктор, Александр һәм башҡа балалар менән һигеҙ йыл буйы башҡорт телен өйрәнәбеҙ. Минеңсә, әгәр ҙә ҡыҙҙар һәм малайҙар беренсе кластан уҡ телде төплө үҙләштерһә, артабан бер ниндәй ҙә ауырлыҡ булмаясаҡ.