+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 12:15

Ял көндәрендә +20 градусҡаса йылыта

Йылы һәм ҡояшлы була

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм ҡояшлы була. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, йома, 25 сентябрҙә, көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +14,+19 градус тәшкил итә.
Ял көндәрендә, 26 һәм 27 сентябрҙә лә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан еңелсә. Һауа температураһы төндә 0,+5 градус, урыны менән -3 градусҡа тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшөүе ихтимал, көндөҙ +15,+20 градус.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: