-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 15:50

«Әбейҙәр сыуағы» октябрҙең икенсе декадаһына тиклем дауам итә

Ҡоро һәм йылы көҙгө һауа торошо 24 сентябрҙән һуң килде

Быйыл Башҡортостанға «әбейҙәр сыуағы» — ҡоро һәм йылы көҙгө һауа торошо 24 сентябрҙән һуң килде. Яҡынса фараз буйынса, республикабыҙҙа ошондай һауа торошо октябрҙең икенсе декадаһына тиклем дауам итергә тейеш.
gismeteo.ru порталы мәғлүмәттәренә ярашлы, 28 сентябрҙән 9 октябргә тиклем республиканың үҙәк райондарында һауа көндөҙ +16 градусҡаса йылына, төндә термометр бағанаһы +4-тән түбән төшмәй. Алдағы ике аҙна ҡояшлы була, 6 октябрҙә Өфөлә бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Елдең талғын, секундына 4-8 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә.
10 октябрҙән Башҡортостанда һауа торошо боҙола. Өфө күген болоттар ҡаплай, быҫҡаҡ ямғыр яуа башлай. Октябрҙең икенсе яртыһында көндөҙ ныҡ һалҡынайта, төндә термометр бағанаһы нулдән түбәнәйеүе мөмкин.
Сергей Николаев
Читайте нас: