+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 14:25

15 миллион һумға яҡын аҡса отҡан!

Бәхетле һандарҙы ниндәй ысул менән һайлаған

Башҡортостанда йәшәгән бер кеше дәүләт лотереяһында 14 834 208 һум аҡса отҡан.
Ул 24 сентябрҙә үткәрелгән “36-нан 5” уйынының 19735-се отошонда ҡатнашҡан.
Был даланлы кеше беренсе уйын битендә еңеүсе комбинацияның барлыҡ һандарын дөрөҫ күҙаллаған (8, 9, 5, 10, 4).
Әлегә 15 миллион һумға яҡын сумманың хужаһы кем икәнлеге асыҡланмаған. Бының өсөн ул бәхетле лотереяһы менән бергә “Столото” лотере үҙәгенә мөрәжәғәт итергә тейеш.
Бәхетле һандарҙы ниндәй ысул менән һайлаған, ниндәй ырымдарға ышанған – быларҙың барыһы ла еңеүсе асыҡланғас билдәле буласаҡ.
Фото: yugopolis.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: