+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 11:25

Алдынғылар сафында - Саҡмағош, Шишмә, Илеш, Дәүләкән райондары

Ун ике районда игенде йыйып бөткәндәр тиерлек.

Башҡортостанда ужым культураларын сәсеү тамамланып килә. Ауыл хужалығы предприятиелары был эште 420 гектарҙа атҡарған да.
Ун ике районда игенде йыйып бөткәндәр тиерлек. Улар – Әлшәй, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ейәнсура, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Мәләүез, Стәрлебаш, Тәтешле, Шаран, Федоровка һәм Яңауыл райондары, уларҙа уңыштың 99 проценты йыйылған. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне. Дөйөм алғанда, уңыштың 95 проценты йыйып алынған, был - 1 миллион 700 мең гектар.
Ил күрһәткестәренә килгәндә, һандар шундай: сәселгән уңыштың 78,4 проценты йыйылған, 111,8 миллион тонна ашлыҡ һуғылған. Уңыш гектарынан 29,7 центнер тәшкил итә.
Башҡортостанда 90 мең гектар ерҙән ҡарабойҙай, тары һәм кукуруз йыйырға ҡалған. Һуғылған ашлыҡ 3 миллион 850 мең тонна тәшкил иткән, уңыш – гектарынан 22,3 центнер. Был былтырғы менән сағыштырғанда 2,6 центнерға күберәк.
"Стәрлетамаҡ, Илеш һәм Саҡмағош райондарында ашлыҡ 200 мең тоннанан ашыу һуғылған. Уңышлыҡ буйынса алдынғы булып, һәр ваҡыттағыса, Саҡмағош, Шишмә, Илеш, Дәүләкән райондары тора. Әле майлы культураларҙы йыйыу бара. Бөгөнгә ҡарата майҙандың 24 проценты йыйылған, 83 мең тонна һуғылған. Уртаса уңыш – гектарынан 10,3 центнер. Көнбағыш йыйыу ҙа башланды. Бөгөн 20 мең гектар йыйылған, был пландың 9 проценты, – тине Илшат Фәзрахманов.
Радий Хәбиров ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтте һәм уңыштар теләне.
Фото: ufaved.info
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: