-6 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 19:45
Тәүлек эсендә дауахананан тыш пневмония менән сирләүселәр һаны 146 кешегә артҡан
40 кешелә COVID-19 раҫланған.
Башҡортостанда уҙған тәүлектә дауахананан тыш пневмония менән ауырыусылар һаны 146 кешегә артҡан, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Ведомствоның көндәлек мәғлүмәттәренән күренеүенсә, сентябрь башында ғына 2,5 меңдән ашыу пациентҡа ошо диагноз ҡуйылған. Министрлыҡ үпкә шешеү буйынса дөйөм статистиканы күрһәтмәй.
Уҙған көндә үпкәһе шешкән 85 пациент дауахананан һауығып сыҡҡан.
28 сентябрҙән 29-ына тиклем Башҡортостанда 40 кешелә COVID-19 раҫланған. Әлеге ваҡытта 56 сирле дауаханала ята, бер пациент – ауыр хәлдә. Ә 561 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлек эсендә 13 кеше һауыҡҡан.
Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 8 748 коронавирус осрағы асыҡланған. Вафат булыуҙың яңы осраҡтары теркәлмәгән. Мәрхүмдәр һаны — 39.
https://
www.bashinform.ru/news/1500478-v-bashkirii-za-sutki-chislo-bolnykh-vnebolnichnoy-pnevmoniey-uvelichilos-na-146-/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
һаулыҡ һаҡлау
,
дауахананан тыш пневмония
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде