+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2020, 14:05

20 йәшлек егет «ВАЗ-2110» машинаһында атты һәм уның ике ҡолонон бәрҙергән

юл фажиғәһендә «ВАЗ-2110» автомобиленең 17 йәшлек пассажиры, ат һәм уның ике ҡолоно һәләк булған

Башҡортостандың Дыуан районында 30 сентябрҙә төндә Дыуан-Ләмәҙ автомобиль юлының 2-се саҡрымында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Башҡортостан Республикаһының ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 20 йәшлек егет «ВАЗ-2110» машинаһында атты һәм уның ике ҡолонон бәрҙергән.
Автоһәләкәттә 17 йәшлек пассажир алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында йән биргән. Шулай уҡ 18, 17 йәшлек ҡыҙҙар һәм 18 йәшлек егет дауаханаға оҙатылған. Билдәле булыуынса, водитель иҫерек булған, уның таныҡлығы ла юҡ.
Авария ҡуйы томан шарттарында булған. Малдар үлгән.
Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының йыш осраған сәбәптәре һәм уларға юл ҡуймау тураһында беҙҙең лонгридта уҡығыҙ.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: