-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 14:40

65 йәштән өлкәндәргә үҙизоляция режимына күсергә тәҡдим ителде

Радий Хәбиров Ауырғазы районы ветерандары һәм пенсионерҙары менән осрашты

Радий Хәбиров Ауырғазы районы ветерандары һәм пенсионерҙары менән осрашыуҙа ветеран, хаҡлы ялдағыларҙы берләштергән башҡа ойошмаларҙан өлкән йәштәгеләргә санитар нормаларҙы үтәү кәрәклеген иҫкәртеүҙәрен һораны.
«Мин «Юғары әҙерлек» режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерермен. Унда 65 йәштән өлкәндәргә үҙизоляция режимына күсергә тәҡдим итәм. Был тыйыу түгел, ә үҙеңдең һаулығыңды һаҡларға тәҡдим итеү. Был сир бик мәкерле, айырыуса ололар өсөн, шуға үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ», — тине Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, күп кеше ҡатнашлығындағы саралар йәһәтенән дә сикләүҙәр индерергә тура килер.
«Халыҡтың концерттарға һәм спорт сараларына йөрөгөһө килеүен аңлайым, ләкин уларҙы аҙыраҡ кәметергә тура килер, беҙ көҙгө-ҡышҡы эпидемиологик осорҙо тыныс ҡына үткәреп ебәрергә тейешбеҙ. Шуға күрә гриптан прививка яһатыуҙы дауам итергә кәрәк, өҫтәүенә 60 йәште уҙғандар өсөн вакцина бөтөнләй бушлай», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, гриптан вакцина һалыуҙың беренсе этабы тамамланған. Шишәмбе йәнә 550 мең вакцина килтерелгән. Ул республиканың медицина учреждениеларына бүлеп бирелә, 60 йәште үткәндәр уны бушлай алырға мөмкин.
«Беҙҙең дауаханалар һәм поликлиникалар бөтә вирустарға әҙер, әйҙәгеҙ, беҙ табиптарыбыҙға аҙыраҡ ярҙам итәйек һәм күмәкләп гриптан прививка эшләтәйек», — тине республика башлығы.
Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: