+8 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 16:25
Күсмә пункттар эшләй башлай
5 октябрҙән Башҡортостандың баш ҡалаһында грипҡа ҡаршы прививка яһатыу өсөн күсмә пункттар эшләй башлаясаҡ
Дүшәмбе, 5 октябрҙән, Башҡортостандың баш ҡалаһында грипҡа ҡаршы прививка яһатыу өсөн күсмә пункттар эшләй башлай. 18 йәше тулған һәр кем [балалар һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙар уны йәшәгән урыны буйынса поликлиникала эшләтә — ред.] яҙма ризалыҡ менән укол ҡаҙатырға мөмкин.
«Вакцинация алдынан медицина тикшереүе үткәрелә. Квалификациялы медицина хеҙмәткәрҙәре иммунизация өсөн медицина күрһәтмәләренең булыу-булмауын билдәләй, температураны һәм ҡан баҫымын үлсәй. Үҙең менән паспорт йәки шәхесте раҫлаған башҡа документ алып килергә кәрәк», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
11 октябргә тиклем көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем күсмә пункттар өлкәндәрҙе ҡабул итә:
— Инорс биҫтәһендәге «АкварИн» сауҙа-күңел асыу үҙәге биләмәһендә;
— «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында;
— «Ҡунаҡһарай» биләмәһендә;
— Затон биҫтәһендәге«Тулҡын» паркында;
— «Орион» ижад һарайы биләмәһендә.
https://
www.bashinform.ru/news/1501984-v-ufe-vaktsinu-protiv-grippa-mozhno-poluchit-v-mobilnykh-punktakh/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: