-13 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
5 Октября 2020, 18:55

Ата-әсә 5 йәшлек ҡыҙҙары менән янғында һәләк булған

23 кеше һәм туғыҙ берәмек техника йәлеп ителгән

5 октябрҙә төндә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Кризислы хәлдәрҙә идара итеү үҙәгенә Өфө районы Лебяжий ҡасабаһында кирбес йорттоң яныуы тураһында хәбәр килгән.
«Тәүге янғын бүлектәре йорттоң мансарда ҡаты яныуын күргән. Утты һүндергәндәр. Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы етәксеһе килгән, — тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. — Янғынды һүндереү өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 23 кеше һәм туғыҙ берәмек техника йәлеп ителгән».
Ҡотҡарыусылар утты һүндергән ваҡытта өс кешенең: ата-әсәнең һәм уларҙың 5 йәшлек ҡыҙҙарының кәүҙәһен тапҡан.
Янғын сәбәптәре асыҡлана.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в