+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2020, 15:45

Сәләмдәрем – туған мәктәбемә

Яңы Йәнбәк урта мәктәбе коллективын Уҡытыусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Яңы Йәнбәк урта мәктәбе коллективын Уҡытыусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!
1992 йылғы сығарылыусылар исеменән үҙемдең белем алып сыҡҡан Яңы Йәнбәк урта мәктәбенең педагогик коллективына ысын күңелдән изге теләктәремде юллайым. Мин тап ошо йылда ҡулыма өлгөргәнлек аттестаты алып, оло тормош юлына аяҡ баҫтым. Мәктәп йылдарымды, һабаҡташтарымды бик тә һағынам, күңелемдән һис тә сығарғаным юҡ.
Бөгөн педагогик коллективҡа Эльвира Ришат ҡыҙы Туҡаева етәкселек итә. Яңы Йәнбәк мәктәбе уҡыусыларының уңыштары һәр саҡ һөйөндөрә, артабан да шулай булһын. Туған мәктәбемдең усағы һүрелмәһен, һәр саҡ ғорурланып һәм ҡыуанып һөйләрлек булһын. Байрам менән, ҡәҙерле яҡташтарым!
Читайте нас: