-31 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
7 Октября 2020, 14:05

Өфөлә Республика көнөнә арналған концертта Юрий Шевчук сығыш яһай

Байрам программаһына эстрада йондоҙҙары саҡырылған

11 октябрҙә «Торатау» конгресс-холының Өфө амфитеатры биләмәһендәге Республика байрам программаһына эстрада йондоҙҙары саҡырылған.
Республика көнөнә ҡарата программа «Башҡортостан Республикаһы Гимны» республика флешмобынан һәм «Урал батыр уты» этник мәҙәниәт марафонынан башлана.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, артабан Юрий Шевчуктың һәм ДДТ төркөмөнөң, Lumen рок-төркөмөнөң, Элвин Грейҙың (Радик Юлъяҡшин), Томас Мраздың һәм Zainetdin шоу-проектының сығыштары көтөлә.
Программа киске сәғәт 6-ла башлана. Сара эпидемиологик талаптарҙы күҙ уңында тотоп ойошторола.
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в