-15 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
7 Октября 2020, 16:50

Өфөлә республиканың башҡорт һәм рус телдәренән белем биргән иң яҡшы 50 уҡытыусыһы бүләкләнде

650 уҡытыусы аҡсалата премия менән бүләкләнде.

Өфөлә башҡорт һәм рус телдәренән белем биргән иң яҡшы 50 уҡытыусы республика хөкүмәтенең аҡсалата премияһы менән бүләкләнде. Бүләкләү тантанаһы бөгөн Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институтында уҙҙы.
2020 йылда республика комиссияһы 125 уҡытыусының конкурс материалдарын ҡараны, шуларҙың 77-һе — башҡорт теле, 48-ҙе — рус теле уҡытыусылары. Иң яҡшы 50 уҡытыусыға 50 мең һум күләмендә аҡсалата премия тапшырылды.
«Был аҙна ваҡиғаларға бай булды. 5 октябрҙә беҙ Уҡытыусылар көнөн билдәләнек, 11 октябрҙә – Республика көнө. Байрам алдынан республикабыҙҙың дәүләт телдәре уҡытыусыларын ҡотлайбыҙ. Башҡортостан хөкүмәте һәм республика комиссияһы исеменән иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары конкурсында еңеүегеҙ менән ҡотларға, баһалап бөтөргөһөҙ хеҙмәтегеҙгә рәхмәт белдерергә һәм яңы ижади үрҙәр теләргә рөхсәт итегеҙ», — тине Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров.
Уҡытыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин сәләмләне.
«Иң яҡшы уҡытыусылар, үҙ эше оҫталарының конкурсы тамамланды. Һеҙ мәғариф системаһында миссияғыҙҙы лайыҡлы үтәйһегеҙ. Балаларҙы һөйләргә, уйларға, үҙ фекереңде матур итеп әйтергә өйрәтәһегеҙ», — тип билдәләне министр.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2007 йылдың 15 ғинуарындағы «Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыларын аҡсалата бүләкләү тураһында» ҡарары Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары тураһында», «Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында» закондарына ярашлы дәүләт телдәрен уҡытыу сифатын яҡшыртыу, башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыларын матди дәртләндереү маҡсатында ҡабул ителде.
Ошо йылдарҙа һөҙөмтәле профессиональ эшмәкәрлеге һәм Башҡортостан мәғарифын үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн республиканың дәүләт телдәрен уҡытҡан иң яҡшы 650 уҡытыусы аҡсалата премия менән бүләкләнде.
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в