-3 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 12:15
Көҙгө каникул бер аҙнаға оҙайтыла
4 ноябргә тиклем дауам итә
Башҡортостанда мәктәптәрҙә көҙгө каникул бер аҙнаға оҙайтыла. Был хаҡта республика хөкүмәтендәге үҙ сығанағына һылтанма менән
UFA.AIF.RU
хәбәр итте.
Көҙгө каникул 26 октябрҙә башланырға һәм
10 көн
, 4 ноябргә тиклем дауам итергә тейеш ине.
Хәҙер ул бер аҙнаға алданыраҡ — 19 октябрҙә башлана. Шулай итеп, уҡыусылар 17 көн ял итә.
Был ҡарар коронавирус менән сирләү буйынса хәүеф төркөмөнә ҡараған уҡытыусыларҙың именлеген тәьмин итеү кәрәклеге менән аңлатыла.
Агентлыҡ
хәбәр иткәнсә
, республиканың 112 мәктәбе уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың COVID-19 менән ауырыуына бәйле өлөшләтә дистанциялы уҡытыуға күсте.
https://
www.bashinform.ru/news/1505011-v-bashkirii-osennie-kanikuly-v-shkolakh-resheno-prodlit-na-nedelyu-/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: