-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2020, 14:25

Мәҙәни сараларҙы 1 декабргә тиклем туҡтатырға кәңәш ителде

Гастролдәр туҡтатылған

«Барлыҡ сараларҙы ла тиерлек 1 декабргә тиклем туҡтатырға йәки, нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе үтәп, аҙ кеше ҡатнашлығында уҙғарырға кәрәк», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә.
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Наталья Лапшина һөйләүенсә, барлыҡ театр-концерт залдары яртылаш ҡына тулыландырыла, залға битлек менән генә инергә мөмкин.
Китапханаларға һәм музейҙарға бер үк ваҡытта 50-нән ашыу кеше инмәй, театрҙарҙың һәм концерт ойошмаларының гастролдәре өлөшләтә туҡтатылған. Көн һайын сирлеләргә мониторинг алып барыла.
Мәҙәниәт министрлығы залдарҙы 30 процент ҡына тулыландырырға, түңәрәктәрҙең эшен туҡтатырға, урамда уҙғарылған сараларҙы ике тапҡырға кәметергә һәм онлайн эшләү формаларын файҙаланырға, мөһим сараларҙы ғына үткәрергә тигән тәҡдим менән сығыш яһаны.
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: