Башҡортостанға 3-7 йәшлек балаларға ай һайын пособие түләү өсөн Рәсәй хөкүмәтенең резерв фондынан өҫтәмә рәүештә 1 миллиард 378 миллион һум бүленә.
Тейешле бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
Төбәктәргә бөтәһе 8,8 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә. Өҫтәмә финанслау кәрәклеге ата-әсәһе түләүгә хоҡуғы булған балаларҙың артыуы менән бәйле. Рәсәйҙә улар — 3,8 миллиондан ашыу.
3-7 йәшлек балаларға айлыҡ пособие Президент указы менән 2020 йылдың 1 ғинуарынан индерелде һәм 1 июндән түләнә башланы. Пособие түбән килемле ғаиләләргә бирелә.
Уның күләме балаға төбәктәге йәшәү минимумының 50% тәшкил итә. Был төбәккә ҡарап айына яҡынса 5,5 мең һум була.
Пособие юллау өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында электрон ғариза бирергә, күп функциялы үҙәккә йәки социаль яҡлау органдарына барырға мөмкин.