+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 17:45

Бүләккә - медицина битлеге

Ҡытайҙың Наньчан ҡалаһы Өфөгә бер тапҡыр ҡулланыла торған 20 мең медицина битлеге бүләк итте

Башҡортостандың баш ҡалаһы менән күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләгән Наньчан ҡалаһы (Ҡытай) Өфөгә бушлай бер тапҡыр ҡулланыла торған медицина битлектәре ебәрҙе. Хәбәр ителеүенсә, яңы инфекцияның таралыуына юл ҡуймау буйынса иҫкәртеү саралары барышында өфөләргә 20 мең дана битлек таратыу күҙаллана.
2016 йылдың 14 июлендә Өфө һәм Наньчан ҡалалары араһында туғандаш мөнәсәбәттәр тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды. Ҡул ҡуйылған меморандум сиктәрендә осрашыуҙар, берлектәге саралар ойошторола.
Сергей Николаев
Читайте нас: