14 октябрҙең кисендә Белорет районында ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, фура менән еңел автомобиль бәрелешкән.
Фажиғә Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск автомобиль юлының 223-сө километрында теркәлә. Еңел автомобилгә 33 йәшлек ир идара иткән, ә фура руле артында Белгород өлкәһенең 53 йәшлек водителе ултырған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, автомобиль водителе табиптар килгәнсегә тиклем йән биргән. Фажиғә урынында махсус хеҙмәттәр эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.
Водителдәрҙе юл-транспорт ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡырабыҙ. Барығыҙға ла иҫән-имен йөрөргә яҙһын!