-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 13:45

Шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы уҙған йылғы күрһәткестән юғары

Быйылғы сөгөлдөр юғары шәкәрлелеге менән ҡыуандыра

Республика шәкәр заводтары яңы уңыш сөгөлдөрөн әүҙем сығара һәм эшкәртә. Шишмә шәкәр заводы һәм «Раевка шәкәре» йәмғиәте 14 октябргә 495 мең тоннаға яҡын татлы тамыраҙыҡ ҡабул иткән, шуның 266,9 мең тоннаһы эшкәртелгән. Белгестәр билдәләүенсә, быйылғы сөгөлдөр юғары шәкәрлелеге менән ҡыуандыра – 18,7-19,3 процент. Аяҙ көндәр республика аграрийҙарына уңышты тулыһынса йыйып алырға мөмкинлек бирә. Был көнгә баҫыуҙарҙа бөтәһе 924,8 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған, гектарынан уңыш — 379 центнер, был уҙған йылғы күрһәткестән 16 центнерға юғары.
Благовар, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез һәм Миәкә райондары аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуҙы тамамланы, тип белдерҙеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: