+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 17:25

Штраф һалынған

Сит илдән ҡайтҡан ханымға коронавирусҡа тест тапшырмаған өсөн штраф һалынған.

Башҡортостанда сит илдән ҡайтҡан ханымға коронавирусҡа тест тапшырмаған өсөн штраф һалынған.
Республика судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ул 12 августа Төркиәлә ял итеп ҡайтҡан.
Роспотребнадзор ҡағиҙәләренә ярашлы, өс көн эсендә ул коронавирусҡа тикшерелеп, һөҙөмтәһен Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталына һалырға тейеш булған. Ханым быны ваҡытында эшләмәгән, анализды аҙағыраҡ тапшырырға теләүе менән аңлатҡан, өҫтәүенә ул сайтта теркәлә алмаған.
Суд закон боҙған ханымға 15 мең һум штраф тәғәйенләгән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: