+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2020, 23:15

Ҡағиҙәне боҙғандарҙы штраф көтә

Көн һайын дезинфекция үткәрелә

Коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы янау сәбәпле, Өфө ҡалаһының торлаҡ ойошмалары көн һайын күп фатирлы йорттар подъезына дезинфекция үткәрә.
Көн һайын торлаҡ предприятиелары һәм клининг компаниялары хеҙмәткәрҙәре биш мең самаһы подъезды эшкәртә. Ингән урындарға, тамбур, холл, коридорҙарға, баҫҡыстарға дезинфекция үткәрелә. Шул уҡ ваҡытта йорт ихаталарындағы контейнер майҙансыҡтары, эскәмйәләр ҙә зарарһыҙландырыла. Лифттар ҙа ныҡлап эшкәртелә.
"Барыһын да төҙөлгән графикка ярашлы башҡарабыҙ. Көн һайын подъездарҙың утыҙ проценты таҙартыла. Ҡулланылған матдә зыянһыҙ, еҫһеҙ. Һәр подъезды аҙнаһына ике, балалар майҙансыҡтарын - бер, эскәмйә, контейнер майҙансыҡтарын ике-өс тапҡыр эшкәртергә тырышабыҙ", – тине торлаҡ ойошмаһы вәкиле Антонина Самойлова.
Дезинфекция графиктары ҡала хакимиәте сайтында бар.
Бынан тыш, бөгөн республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты, “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы вәкилдәре, ЮХХДИ һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре йәмәғәт транспортында төбәк Башлығының коронавирус сире таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе талаптарының үтәлешен тикшерҙе.
Эш барышында вирустан һаҡланыу саралары булмаған пассажирҙар, водителдәр асыҡланды, уларға административ протоколдар төҙөлдө.
"Пандемия башланғандан алып 130 самаһы тикшереү үткәрелде, улар һөҙөмтәһендә 120 административ протокол төҙөлдө", – тине дәүләт комитеты белгесе Рөстәм Ғәлиев.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, транспортта битлек кейеү тәртибе үтәлешенә контроль көсәйтелде. Быйыл 20 апрелдән алып Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты тарафынан 247 рейд ойошторолған, юл тармағындағы 101 һәм транспорт комплексындағы 146 объект тикшерелгән. Ошондай саралар һөҙөмтәһендә етешһеҙлектәргә ҡағылышлы 107 административ протокол төҙөлгән.
Октябрь айынан юғары әҙерлек тәртибен боҙған пассажирҙарға ҡарата ла ошондай уҡ протоколдар төҙөлә башланы. Битлек кейеү мотлаҡ. Тәртипте беренсе тапҡыр боҙһаң – 1-2 мең һум (ҡайтанан боҙһаң – 3-5 мең), вазифалы кешеләргә – 5-15 мең һум (15-30 мең һум), ойошмаларға 50-100 мең һум (100-200 мең һум) штраф һалына. Йәмәғәт транспорты водителдәре был ҡағиҙә хаҡында иҫкәртергә тейеш. Автобус бар пассажирҙар битлек кейгән осраҡта ғына маршрутҡа сыға ала.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: