+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Октябрь 2020, 02:10

Йәш ижадсыларға илһам өҫтәп

Дәүләкән районында ижади конкурста еңеүселәр бүләкләнде

“Аҡбуҙат” журналы биттәрендә Рәсимә Ураҡсина исемендәге республика шиғыр конкурсы өс ай дауам итте. Ул шағирә, билдәле педагог һәм тәржемәсенең тыуыуына 70 йыл тулыуға һәм Башҡорт теле йылына арналды.
Бөгөн әҙибәнең тыуған яғы – Дәүләкән районында ижади конкурста еңеүселәр бүләкләнде. Йәш таланттар менән осрашыуға конкурстың ойоштороусыһы Лариса Абдуллина, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, «Тамыр» республика балалар-үҫмерҙәр телеканалы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина, Дәүләкән районы хакимиәте ағзалары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре килде.
Бәйгелә республика райондарынан, Силәбе өлкәһенән уҡыусылар ҡатнашты. “Аҡбуҙат” биттәрендә барлығы 81 баланың ижад емеше донъя күрҙе. Эштәрҙе әҙибәнең ире, Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Урал Ураҡсин рәйеслегендәге жюри баһаланы. Урал Ғәзиз улы 60 мең һумлыҡ приз фондын да ойошторҙо. Һөҙөмтәләр буйынса беренсе урынды – Туймазы районының Серафимов ауылынан Зарина Ғәлиева, икенсене – Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылынан Венария Әғәҙуллина һәм Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылынан Азалия Исхаҡова яуланы. Өсөнсөлә - Ейәнсура районының Күгәрсен ауылынан Дарислам Аҙнабаев, Сибай ҡалаһынан Мәүлит Ыласынов, Әлшәй районының Яңы Ҡыпсаҡ ауылынан Сәмирә Сәмиғуллина.
Бынан тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Дәүләкән районы хакимиәте, “Аҡбуҙат” журналы, шағирә Гүзәл Ситдыҡова махсус бүләктәрен тапшырҙы.
Тантанала Рәсимә Ураҡсинаның шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, шағирә хаҡындағы иҫтәлектәр яңғыраны.
Фото: kurultai.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: