+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2020, 15:10

Бына, исмаһам, уңыш!

Яҡташыбыҙҙы Беренсе каналдан күрһәттеләр

Рәсимә Тимерхан ҡыҙы Исхаҡова ғүмер буйы райпола баш бухгалтер булып хеҙмәт һала. Бөгөн хаҡлы ялда. Барлыҡ буш ваҡытын баҡса эштәренә арнай.
Рәсимә Тимерхан ҡыҙының таныштары уның баҡсаһының ҡаралғанлығы, түтәлдәренең тигеҙ рәттәр булып ултырыуы тураһында мөкиббән китеп һөйләй. Ә ул үҫтергән сәскәләр күҙҙең яуын ала.
- Буш ваҡытым күп, рәхәтләнеп баҡсамда эшләйем, - ти ул. – Төрлө сорттағы йәшелсә-емеш ултыртам, төрлөсә эксперименттар яһайым. Быйыл, мәҫәлән, һуғандың «эксибиши» тип исемләнгән ҡыҙыҡлы сортын күреп ҡалдым. Ул татлы була, салаттар яһау өсөн ҡулай тип уҡыным. Был һуғанды үҙемдең баҡсамда үҫтереп ҡарарға булдым. Һуғанбаштар шул тиклем эре була тиелгән. Ысынлап та, һуғандар иҫ китмәле эре. Һәр береһе 450 грамға яҡын тарта.
Был ябай ғына һуған түгел, ти Рәсимә Тимерхан ҡыҙы, ғәҙәти сорттарға ҡарағанда уға айырым тәрбиә талап ителә. Уның ҡарауы, һөҙөмтәһе бик яҡшы!
Шундай уңыш алғас Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе был ханым Рәсәй каналының «Хәйерле иртә» тапшырыуында «Яҡшы хәбәрҙәр» марафонында ҡатнашырға ҡарар итә. Бында тамашасылар быйыл үҙҙәренең түтәлдәрендә ниндәй үҙенсәлекле йәшелсә-емеш үҫтереүе тураһында һөйләй һәм күрһәтә. Беҙҙең яҡташыбыҙ 10 сентябрҙә эфирға сыҡты.
Хәҙер Рәсимә Тимерхан ҡыҙы 800 грамм тартҡан һуған үҫтереп ҡарау теләге менән яна. Был мөмкин тиҙәр.
Читайте нас: