-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2020, 18:25

Һәр ойошмала медицина инспекторы буласаҡ

Коронавирусҡа ҡаршы көрәш көсәйтелә

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы көрәш көсәйтелә. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә быға ҙур иғтибар бүленде. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров яңы саралар тураһында хәбәр итте.
Бынан ары Башҡортостан дәүләт медицина университетының студент-ординаторҙары һәм өлкән курстарҙа уҡыған студенттары поликлиникаларға эшкә ебәрелә. Улар ковид менән сирләп, өйҙә амбулатор рәүештә дауаланған кешеләргә медицина ярҙамы күрһәтәсәк.
Тәү сиратта, буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре терапевтарға ярҙамға киләсәк: амбулатор дауаланған кешеләрҙең өйҙәренә бара һәм уларҙың хәлен контролдә тотасаҡ. Был сара амбулатор звено эшен нығытыу маҡсатында ҡабул ителә. Дауаханаларҙа былай ҙа урын етмәй, шуға күрә унда ауыр хәлдәге кешеләр ята, ә ҡалғандар өйҙән дауалана.
Медицина университетынан хәбәр итеүҙәренсә, поликлиникаларға йәнә 285 ординатор ебәреләсәк. Әлеге ваҡытта 600 самаһы ординатор был эште алып бара ла.
Тағы бер сара медицина инспекторҙары эшмәкәрлегенә бәйле. Радий Хәбиров һәр бер ойошмаға ошондай кешене билдәләргә ҡушты. Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, уҡыу йылы башында мәктәптәрҙә эшләгән медицина инспекторҙары бының һөҙөмтәлелеген һәм кәрәклеген дәлилләне. Улар арҡаһында уҡыу йорттарында сирләү осраҡтары аҙ булды.
– Һәр учреждение, һәр ойошмаға яуаплы махсус хеҙмәткәр беркетелергә тейеш. Иртәнсәк ул кешеләрҙе ҡаршы ала, хәлен күҙәтә, санитар режимдың үтәлешен, битлек кейеүҙе тикшерә, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан дәүләт медицина университетына бындай кешеләр өсөн ҡыҫҡаса онлайн-курс әҙерләргә ҡушты. Уҡыу йорто ректоры Валентин Павлов белдереүенсә, университеттың сайтында контент булдырылған һәм инспекторҙар өсөн айырым интернет-бит эшләнә. Шулай уҡ ул колл-үҙәк эшмәкәрлеген яңыртырға тәҡдим итте. Бында медицина инспекторҙары шылтыратып, ковид сирлеләр менән эшләгән табиптар менән кәңәшләшә аласаҡ.
Радий Фәрит улы был программаның тәүге һөҙөмтәләре тураһында 22 октябрҙә отчет әҙерләргә ҡушты.
Бынан һуң Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәләр йәнә онлайн-режимға күсә һәм зумда үткәрелә башлаясаҡ. Был шулай уҡ коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле.
Фото: tpgorod.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: