-9 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
19 Октября 2020, 14:55

Ресторандарҙа корпоративтар һәм банкеттар уҙғарыу тыйыла

Режим индереү тураһындағы указ

Башҡортостан ресторандарында корпоративтар һәм банкеттар уҙғарыу тыйыла, тип хәбәр иттеләр дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.
Башҡортостан биләмәһендә яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимын индереү тураһындағы указға тейешле үҙгәрештәр 19 октябрҙә индерелә.
«Норма популяр түгел, ләкин беҙ ошо аҙымға барабыҙ, — тип белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров. — Ресторандарҙа һәм башҡа дөйөм туҡланыу урындарында корпоративтар, йәғни күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар үткәреүҙе тыйырға. Корпоративтарҙы, банкеттарҙы – быларҙың бөтәһен дә һуңыраҡ ваҡытҡа күсерәбеҙ. Беҙгә үпкәләмәһендәр. Юғиһә аҙаҡ ошо ресторандарҙы яба башларбыҙ, ә беҙ улай эшләргә теләмәйбеҙ».
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, уҙған тәүлектә Башҡортостанда йәнә 68 кешелә COVID-19 асыҡланған. Пандемия башланғандан алып республикала яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 9 809 осрағы теркәлгән.
Галина Бахшиева
Читайте нас в