Кисә кис Бәләбәй ҡалаһы урамдарының береһендә үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 41 йәшлек ир "Chevrolet Lanos" автомобиле менән идара итеүҙе юғалта һәм юлдан оса. Автомобиль бетон гаражға барып бәрелә. Бәрелеү шул тиклем көслө була, водитель ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Аварияның сәбәптәре асыҡлана, тикшереү эштәре бара.
Ял көндәрендә юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы күҙәтелде, быға көндәрҙең боҙолоуы, һауа торошоноң кинәт үҙгәреүе лә сәбәпсе. Синоптиктар алдағы көндәргә лә ҡар ҡатыш ямғырҙар вәғәҙәләй, һауа температураһы урыны менән минус 3-5 градусҡа етәсәк. Шуға ла юлдарҙа айырыуса һаҡ булығыҙ. Тәүге боҙлауыҡтар айырыуса ҡурҡыныс. Уяулыҡты юғалтмайыҡ, дуҫтар!