-10 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
21 Октября 2020, 12:30

"Америка миллиардеры" башҡорт ауылына ярҙам итә

Баҡтиһәң...

“Forbes” исемлегендә торған миллиардер Ратмир Тимашев Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылында һыу үткәреү системаһына капиталь ремонт эшләүҙә ярҙам иткән. Ошо хаҡта ауыл биләмәһе башлығы Азамат Йәнекәев хәбәр иткән.
Ратмир Тимашев бүлгән аҡсаға һыу үткәргесте ремонтлау менән сикләнмәгәндәр, шулай уҡ колонкалар һәм янғын гидранттары ҡуйғандар. Киләсәктә ул ауыл мәктәбенә юғары тиҙлекле интернет үткәреүҙә лә ярҙамлашырға йыйына.
Эшҡыуарҙың ярҙамының сәбәбе лә бар – уның олатаһы ошо ауылдан. Ратмир Тимашев үҙе иһә Big Data һәм мәғлүмәттәрҙе һаҡлау өлкәһендә эшләгән “Veeam Software” халыҡ-ара IT-компанияһына нигеҙ һалған. 2020 йылда Рәсәй “Forbes”е уны 700 миллион доллар байлығы булған иң бай эшҡыуарҙар исемлегендә 148-се урынға ҡуйған. Әлеге ваҡытта Ратмир Вил улы Америкала йәшәй.
Фото: itweek.ru
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас в