-29 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
21 Октября 2020, 14:45

Киҙеүгә (грипҡа) ҡаршы вакцина яһатыу – ете кәңәш

Грипп ысынлап та ҡурҡынысмы?

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 440 мең самаһы кешегә киҙеүҙән (гриптан) вакцина яһалған. Был халыҡтың 11 процентына яҡынын тәшкил итә. Кемдәр эшләтеп өлгөрмәгән, улар ҙа тиҙ арала был әһәмиәтле сараға ҡушылһын ине. Әлегә иһә иң популяр һорауҙарға яуап бирәбеҙ.

1. Кемгә был прививканы яһатыу мөһим?
Киҙеү (грипп) менән һәр кемдең ауырып китеүе ихтимал, әммә ҡайһы бер кешеләргә был хәүеф нығыраҡ янай. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойош­маһы был йәһәттән оло кеше­ләргә, балаларға, ауырлы ҡатындарға һәм сәләмәтлеге менән проблемалары булған кешеләргә айырыуса иғтибар кәрәк, тип белдерә һәм уларҙы тәүге сиратта вакцина эшләргә саҡыра. Тап ошо төркөмгә ҡараған кешеләр киҙеүҙең (грипп) ҡатмарлашып китеүенә дусар булыуы ихтимал. Шуға ла күпселек илдәрҙә телгә алынған төркөм кешеләренә тәүгеләрҙән вакцина яһайҙар. Унан тыш, киҙеүҙән прививканы медицина хеҙмәткәрҙәре лә мотлаҡ яһатырға тейеш. Был үҙҙәренең һәм башҡаларҙың һаулығы өсөн кәрәк.

2. Киҙеү (грипп) ысынлап та ҡурҡынысмы?
Киҙеү (грипп) кешенең хәлен бик ауырлаштырыуы, хатта үлемгә алып килеүе ихтимал. Бигерәк тә был үрҙә телгә алынған категорияға ҡараған кешеләргә ҡағыла.

Йыл һайын донъяла 65 йәштән өлкәнерәк 60000 кеше ошо сирҙән вафат була. Ә күпселек илдәрҙә вакцинация яһау кимәленең бик түбән булыуын иҫәпкә алғанда, йыл һайын, көҙгө-ҡышҡы миҙгел етеү менән, хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләр араһында үлем осраҡтары йышая.

3. Вакцина ни тиклем һөҙөмтәле?
Киҙеүгә ҡаршы вакцина – был сирҙе иҫкәртеү, уның ҡатмарлашҡан осраҡтарын булдырмау, кешеләрҙе үлемдән һаҡлап ҡалыу өсөн иң һөҙөм­тәле алымдарҙың береһе.

Вакцинаның һөҙөмтәлелеге төрлө йылдарҙа төрлөсә булыуы ихтимал: был ғәмәлдәге вирустың төрөнә һәм уның вакцина компоненттарына тура килеүенә бәйле. Унан тыш прививканың һөҙөмтәлелеге вакцина эшләгән кешенең һаулыҡ торошона, вакцина яһатҡандан һуң күпме ваҡыт үтеүенә бәйле.

Дөйөм алғанда, вакцина 18–64 йәштәге сәләмәт өлкәндәрҙең 60 процентының ошо сирҙе йоҡтороу ихтималлығын иҫ­кәртә. Прививка тәьҫире эш­ләгәндән һуң уртаса ике аҙнанан һуң башлана.

4. Вакцина киҙеү (грипп) тыуҙыра аламы?
Инъекция ауырыу булдырмай, был мөмкин дә түгел, сөнки вакцинала тере вирус юҡ.

5. Ни өсөн һәр көҙ-ҡыш миҙге­лендә вакцина яһатыу мотлаҡ?
Сир вирустары һәр саҡ мутацияға дусар һәм йыл һайын төрлө штамдар йөрөй. Унан тыш, ваҡыт үтеү менән вирусҡа ҡаршы иммунитет түбәнәйә. Киҙеүгә ҡаршы миҙгел вакциналарының составы йыл һайын яңыртылып тора, был да прививка һөҙөмтәлерәк булһын өсөн эшләнә.

6. Киҙеүҙән (грипп) прививка яһатырға әле һуң түгелме?
Прививканы киҙеү миҙгеле башланғанға тиклем яһатыу отошло. Ғәҙәттә, халыҡты вакцинациялау октябрь һәм ноябрь айҙарында, вирус ныҡлап таралғанға тиклем эшләнә, әммә прививка яһатыу бер ваҡытта ла һуң түгел, хатта вирус әйләнештә булғанда ла.

7. Вакцина ни тиклем хәүефһеҙ?
Киҙеүгә (грипп) ҡаршы миҙгел вакцинаһы 50 йылдан ашыу ҡулланыла. Уны миллионлаған кешегә эшләйҙәр, хәүефһеҙлеге ваҡыт тарафынан һыналған.

Йыл һайын яңыртылған вакцинаны төрлө кимәлдә ентекле тикшерәләр, унан һуң ғына лицензия бирәләр.
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Читайте нас в