Арина Булатова Ҡаҙырғол башланғыс белем биреү мәктәбенең икенсе класында уҡый. Быйылғы йыл уның өсөн уңышлы булды.
Ул 15 йәшкә тиклемге балалар араһында «Сулпылар» республика конкурсында ҡатнашты.
Ҡыҙ бына инде бер нисә йыл вокал буйынса тәжрибәле педагог Венера Садиҡовала шөғөлләнә.
Республика кимәленә сығыу – үҙе үк ҙур ҡаҙаныш. Бында, әлбиттә, педагогтың да өлөшө һиҙелерлек.