Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы, Башҡортостанда ғаилә низағтарын, айырылышыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса "ҡыҙыу линия" эшләй. Беренсе көндә белгестәр республиканың төрлө төбәктәренән 22 шылтыратыу ҡабул иткән. Һорауҙарға табип-психиатр-нарколог һәм клиник психолог яуап бирә.
“Һәр бер шылтыратыу “ошонда һәм хәҙер” эшкәртелә. Беҙ халыҡҡа квалификациялы белгестәр ярҙамын алыу буйынса мәғлүмәт еткерәбеҙ, көсөргәнеш, эмоциональ хәлһеҙлек кисергән, юғалып ҡалған кешеләргә булышлыҡ ҡылабыҙ. Бындай абоненттарға ашығыс психологик ярҙам кәрәк, профессиональ психолог, психотерапевт менән аралашыу мөһим. Ошо башланғыстың халыҡҡа файҙаһы булыр ҡыҙыҡһыныуы булыр тип ышанабыҙ”, – ти “Ғаилә” үҙәгенең психологик ярҙам бүлеге етәксеһе, психолог Искәндәр Мостафин.
Акцияның тәүге көнөндә ҡабул ителгән 22 шылтыратыу араһында күбеһе Өфө ҡалаһы һәм районынан булған. Шулай уҡ Октябрьский, Сибай, Туймазы, Күмертау ҡалалары, Ғафури, Баймаҡ, Бөрйән, Балтас райондарынан мөрәжәғәт иткәндәр. Араларынан күптәр (17 кеше) - психолог, биш кеше психотерапевт ярҙамына мохтаж булған. Шылтыратҡандарҙың 16-һы – ҡатын-ҡыҙ, алтыһы – ир-ат. Биш кеше - эскелек, алты граждан ғаилә эсендәге низағтар тураһында мөрәжәғәт иткән. Бынан тыш, көсөргәнеш хәлендә булған, ата-әсәһе менән уртаҡ тел таба алмаған, балалары өсөн борсолған кешеләр шылтыратҡан.
Белгестәр ярҙамын теләгән һәр кем башҡорт, рус телдәрендә аноним рәүештә һәм бушлай алыу мөмкинлегенә эйә.