0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 11:20

Халыҡтың аҡсалата килеме кәмегән

Номиналь килем суммаһына һатып алырға мөмкин булған тауарҙар һәм хеҙмәттәр менән билдәләнә.

2020 йылдың икенсе кварталында Башҡортостан халҡының йән башына уртаса килеме 26 099 һумға тиклем түбәнәйгән, тип белдерҙеләр Башстатта.
Ағымдағы йылдың беренсе кварталында республикала һәр кемгә 27 567 һумдан ашыу тура килгән.
Дөйөм алғанда, быйыл ярты йыллыҡта халыҡтың йән башына уртаса килеме 26 833 һумдан ашҡан.
2019 йылдың тәүге ярты йыллығы менән сағыштырғанда, республика халҡының номиналь килеме – 0,9, реаль килеме 4,1 процентҡа кәмегән.
Номиналь килем – кешенең эш хаҡы, рента йәки табыш рәүешендә алған аҡса күләме.
Реаль килем номиналь килем суммаһына һатып алырға мөмкин булған тауарҙар һәм хеҙмәттәр менән билдәләнә.
Галина Бахшиева
Читайте нас: