+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 17:40

Тиҫтәгә яҡын машина бәрелешкән...

Ҡар ҡатламы юлдарға ятҡан

Белорет водителдәре миҙгелдәр алмашыныуына әҙер булмай сыҡҡан.
Бөгөн ҡар менән ҡапланған боҙлауыҡлы юл участкаһында бер юлы тиҫтәгә яҡын машина бәрелешкән, тип хәбәр итә NewsBash. Шаһиттарҙың әйтеүенсә, ваҡиға завод һәм плотина эргәһендә теркәлгән.
Белоретта бөгөн ҡар мул ғына яуған, еүеш ҡар ҡатламы юлдарға ятҡан. Өҫтәүенә һуңғы аҙналағы ямғырҙарҙан һуң көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы юлдарҙа боҙ ҡатламы барлыҡҡа килтергән. Башҡортостан гидрометеорология үҙәге ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы тураһында иҫкәртһә лә, водителдәр автомобиль тәгәрмәстәрен ҡышҡыһына алмаштырып өлгөрмәгәндәрҙер, күрәһең. Төндә һауа температураһы минус 5 градусҡа тиклем төшкән, ҡайһы бер райондарҙа минус 10 градусҡа тиклем һалҡынайтҡан. Иртәгә лә көн йылытмаясаҡ, урыны менән ҡар яуасаҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә.
Фото: NewsBash.
Видео: БашДТП
Читайте нас: